КХЛ етәкселеге башта Олимпия уйындары ваҡытында беренселекте дауам итмәксе ине, һуңынан күптәр бының менән килешмәгәс, чемпионатты бөтөнләй туҡтатмаҡсы булды. Һәм бына хәҙер командаларҙың әлеге хәл торошона ҡарап, чемпионатты плей-оффтан дауам итергә тигән ҡарар сығарҙы. Юлаевсыларҙың быға тиклем «Трактор» клубын менән коронавирус пандемияһы арҡаһында булмаған осрашыуын ҡабаттан ҡарап, өфөләргә теркәлгән техник еңелеүҙе юҡҡа сығарҙы.
Шулай итеп, юлаевсылар плей-оффтың беренсе раундын «Себер» командаһы менән башлаясаҡ. Ҡалғандары ошо тәртиптә уйнаясаҡ.
Көнсығыш конференцияһы: «Металлург» - «Барыҫ», «Трактор» - «Нефтехимик», «Аҡбарс» - «Авангард».
Көнбайыш конференцияһы: СКА – «Динамо» (Минск), «Йокерит» - «Спартак», ЦСКА – «Локомотив», «Динамо» (Мәскәү) – «Северсталь
Фото: ТАСС.