Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2022, 19:35

Өсөнсө бронза миҙал

Сана спортынан Татьяна Иванова өсөнсө күрһәткескә өлгәшеп, Пекин уйындарының бронза миҙалына лайыҡланды.  

30 йәшлек спортсы Донъя кубогы этаптарында 17 тапҡыр еңһә лә, Олимпия уйындарында (Сочиҙа уҙған уйындарҙа эстафета командаһы составында көмөш миҙал яулай) шәхси беренселектә миҙал яулағаны булмай.

Шулай итеп, дүртенсе ярыш көнө беҙҙекеләргә өс бронза миҙал килтерҙе. Ә инде дөйөм әлегә Рәсәй спортсылары ике алтын, өс бронза һәм биш көмөш миҙал яуланы.

Фото: ТАСС. 

Өсөнсө бронза миҙал
Өсөнсө бронза миҙал
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: