Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2022, 10:30

Рәсәй фигуристары «алтын»лы булды

Бөгөн Пекинда барған Олимпия уйындарының өсөнсө ярыш көнөндә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса команда беренселегендә беҙҙекеләр алдан чемпион исеменә лайыҡланды.  

Башта Анастасия Мишина менән Александр Ғәлләмов ирекле спорт шыуыуында  беренсе һөҙөмтәгә өлгәшеп, һуңынан Виктория Синицына менән Никита Кацалапов ирекле бейеүҙә икенсе булды һәм яулаған балл  һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй командаһы алдан беренсе урын яуланы.

Шулай итеп, беҙҙең фигуристар алтын миҙал яулап, ҡумтаны байыта төштө. Хәҙер улар иҫәбендә ике алтын, ике көмөш һәм ике бронза миҙал булды.

Фото: ТАСС.

Рәсәй фигуристары «алтын»лы булды
Рәсәй фигуристары «алтын»лы булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: