Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2022, 15:25

Ике хатаһы миҙалһыҙ ҡалдырҙы...

Биатлон буйынса шәхси беренселектә Рәсәйҙән Кристина Резцова өсөнсө атыу рубежында ике тапҡыр сәпкә яҙа атып, миҙалһыҙ ҡалды.  

Ә бит өмөтө бар ине. Һөҙөмтәлә ул финишта туғыҙынсы ғына ваҡыт күрһәтте. Ә инде еңеүсе булып, Германиянан Дениз Херрман танылды. Олимпия уйындарының көмөш миҙалын Анаис Шевалье (Франция) яулаһа, бронзаға Марте Рейселанд лайыҡланды.

Беҙҙән сығыш яһаған башҡа спортсылар 20 көслө биатлонсы исемлегенә лә инә алманы.

Фото: ТАСС.

Ике хатаһы миҙалһыҙ ҡалдырҙы...
Ике хатаһы миҙалһыҙ ҡалдырҙы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: