Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2022, 12:30

Ҡалай теләй, шулай болғайҙар...

Хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы уйында Канада командаһы Рәсәйгә ҡаршы осрашыуға сыҡмай аптыратты.  

Йәнәһе улар беҙҙең хоккейсыларға ышаныс белдермәй, коронавирусҡа ҡаршы тестарын ҡабат -тикшертергә булған. Шунан һуң ғына бәйгене күсертеп, унда ла маскала булғанда ғына уйнаясағын белдерә. Һәм нимә: ике яҡ та маскала уйнарға сыға. Тик һөҙөмтә килгәс, өсөнсө таймға беҙҙекеләр маскаһын һалдырып уйнай, ә тегеләр һаман да ышанмай, маскаларын сисмәй. Бына шулай ҙа була икән...

Беҙҙекеләр Швейцария уйынсыларын отҡандан һуң, АҠШ-ҡа -5:0 һәм дә Канадаға 6:1 иҫәбенә еңелде. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй командаһы сирекфиналда уйнаясаҡ.

Фото: ТАСС. 

Ҡалай теләй, шулай болғайҙар...
Ҡалай теләй, шулай болғайҙар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: