Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2022, 15:10

Традицияны дауам итеп…

Скиатлон спорт төрөндә, ир-ат саңғысылары 15 саҡрым араны классик стилдә һәм 15 саҡрым араны саңғыны алмаштырып, ирекле стилдә йүгәрәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә, 7.5 саҡрым араны классик стилдә һәм 7,5 саҡрым араны ирекле стилдә ярыша.  

Был төрҙән 2006 йылдан алып, ярыша башлайҙар. Уға тиклем ир-ат классик стилдә 30 саҡрым араға, ә ҡатын-ҡыҙҙар 15 саҡрым араға  йүгерә ине.

Әйтәйек,  элек СССР заманында был дистанцияла Вячеслав Виденин (1972 йыл), Сергей Савельев (1976 йыл). Николай Зимятов (1980, 1984 йылдар), Алексей Прокуроров (1988 йыл) Олимпия уйындарында алдынғылыҡты бирмәй.

Хәҙерге заманда, йәғни скиатлон төрө барлыҡҡа килгәс, 2002 йылда уҙған уйындарҙа Михаил Иванов илебеҙ өсөн беренсе алтын миҙал яулай. Сочиҙа уҙған уйындарҙа иһә, бар өс урынды ла беҙҙекеләр баҫып ала. Александр Легков – беренсе, Максим Вылегжанин – икенсе һәм  Илья Черноусов өсөнсө күрһәткескә өлгәшә. Уҙған Көньяҡ Кореялағы уйындарҙа Большунов икенсе булһа, Андрей Ларьков өсөнсө була. Һәм бына ниһайәт Александр Большунов үҙ карьераһында тәүгә Олимпия уйындары чемпионы исемен яулай.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Евгения Медведева ғына 2006 йылда бронзалы була. Уға тиклем Ольга Данилова, Любовь Егорова, Лариса Лазутина беренсе урын яулап. данға күмелгәйне. һәм бына быйыл Наталья Непряева "көмөш"лә булды. 

Фото: ТАСС. 

Традицияны дауам итеп…
Традицияны дауам итеп…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: