Рәсәй спортсыларының был юлы ла ике миҙалға өмөтө бар. Әлбиттә, скиатлондан Александр Большуновтан еңеү көтәбеҙ. Шулай уҡ саңғы ярышында унан тыш, Денис Спицов, Алексей Червоткин һәм Артем Мальцев та йүгерәсәк. Улар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Фристайлдан Анастасия Смирнованың да призерҙар исемлегенә инергә өмөтө бар. Сана спортынан ярышасаҡ Роман Репилов менән Семен Павличенкоға ла уңыштар теләйек.
Кисә иһә. беҙҙекеләр бер көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, ярайһы ғына уңышлы старт алды. Шорт-тректан да миҙал булыр ине, әгәр судьялар килеп ҡыҫылмаһа… Улар күрәләтә беҙҙе ҡағиҙә боҙоуҙа ғәйепләп, Ҡытайҙы финалға сығаралар. Йәл. Ә бит миҙал кеҫәлә ине.
Беренсе ярыш көнөнән һуң, Норвегия командаһы иҫәбенә ике алтын булһа, Словения, Ҡытай, Нидерланд, Швеция һәм Яңы Зеландия берәр алтынлы булдылар
Фото: ТАСС.