Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2022, 09:35

Рәсәй футболсылары финалда

Кисә мини-футбол буйынса Европа чемпионатының ярымфиналында Рәсәй командаһы менән Украина футболсылары осрашып, көсөргәнешле бәйгелә беҙҙекеләр уларҙы 3:2 иҫәбенә еңде.  

Күптән, йәғни улар араһында уйын  ғөмүмән булғаны булмай. Сөнки спорт та сәйәсәткә әйләнеп, ойоштороусылар һәр ваҡыт беҙҙе улар менән осраштырмаҫҡа тырышты. Һәм бына нисек кенә булмаһын, был көн дә етте. Әлбиттә, бәйге бик көсөргәнешле уҙҙы. Тағын килеп, трибуналағы Украина көйәрмәндәре беҙгә ҡаршы дошмандарса кәйефләнеп, төрлө сәйәси бысраҡ һүҙҙәр менән кәмһетергә тырышты.

Осрашыу беҙҙекеләрҙең өҫтөнлөгө менән уҙҙы, әммә тегеләр күп ваҡыт ҡапҡасыларын бишенсе уйынсыға алмаштырып, ҡыҫырыҡлап маташты. Һөҙөмтә лә килтерҙе. Төп ваҡыт тамамланыуға ике минут тирәһе ҡалғанда, улар хатта пенальти ҙа тибә. Әммә Рәсәй ҡапҡасыһы тупты ҡаҡлыҡтырып, осрашыу геройына әйләнә.

Шулай итеп. беҙҙең футболсылар хәл иткес бәйгелә еңеү яулап, Европа чемпионатының финалына сыҡты. Улар финалда Португалия уйынсылары менән осрашасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Рәсәй футболсылары финалда
Рәсәй футболсылары финалда
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: