Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2022, 09:15

Пекиндың тәүге еңеүсеһе кем булыр…

Бөгөн Пекинда башланған Олимпия уйындарының беренсе ярыш көнөндә алты комплект миҙал уйнатыласаҡ.  

Беренсе булып стартҡа саңғыла йүгереүҙең скиатлон төрөнән ҡатын-ҡыҙҙар ярышасаҡ. Беҙҙән Непряева, Ступак, Рыгалина һәм Сорина ярышып, Пекиндың тәүге еңеүселәрен асыҡлаясаҡ. Унан һуң биатлонсылар ҡатнаш эстафетала көсөн һынай. Рәсәй командаһы составында  Ниғмәтуллина, Резцова, Логинов һәм Латипов сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар конькиҙа 3000 м араға йүгереүҙән, саңғыла трамплиндан һикереүҙән, ир-аттар фристайлдан һәм шорт-тректан ҡатнаш эстафетала миҙал уйнатасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Пекиндың тәүге еңеүсеһе кем булыр…
Пекиндың тәүге еңеүсеһе кем булыр…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: