Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2022, 11:30

Ҡыҙҙар турнирҙы еңеүҙән башланы

Хоккей буйынса Ҡышҡы Олимпия уйындарының  беренсе төркөм лсрашыуын Рәсәй командаһы уңышлы башланы.  

Улар Швейцария уйынсыларын 5:2 иҫәбенә отто. Ғөмүмән, әлеге дөғүәсеһе беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайһыҙ команда булып һыналды. Улар һуңғы арала Рәсәй хоккейсыларын ярымфиналға сығармай кәртә булып торҙо. Һәм бына бөгөнгө еңеү, киләсәккә бәлки этәргес булыр.

Иртәгә беҙҙекеләр АҠШ хоккейсылары менән сәкәләшәсәк. Америка командаһы иһә, кисә финкаларҙы 5:2 иҫәбенә отҡайны.

Фото: ТАСС. 

Ҡыҙҙар турнирҙы еңеүҙән башланы
Ҡыҙҙар турнирҙы еңеүҙән башланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: