Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2022, 10:15

Әлегә өмөт менән башланылар

Пекиндағы Олимпия уйындары тантаналы асылыуға тиклем, ҡайһы бер спорт төрҙәренән ярыш башланды ла инде.  

Әлеге ваҡытта конькиҙа фигуралы шыуыуҙан команда беренселеге дауам итә. Башта ир-аттар шәхси беренселектә көс һынашты. Рәсәйҙән Марк Кондратюк АҠШ һәм Япония вәкиленән саҡ ҡына ҡалышып, өсөнсө күрһәткескә өлгәшһә, парлы бейеүҙән Виктория Синицына менән Никита Кацалапов команданы икенсе урынға сығарҙы. Хәҙер спорт бейеүенән спортсылар ярышасаҡ.

Шулай хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаһы төркөм уйынының беренсе осрашыуын башлап, әлеге ваҡытта Швейцария уйынсылары менән уйнай. Икенсе осор бара. Беҙҙең ҡыҙҙар әлегә 3:2 иҫәбенә еңеп килә.  

фото: ТАСС. 

Әлегә өмөт менән башланылар
Әлегә өмөт менән башланылар
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: