Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2022, 12:15

Беҙҙекеләр әлегә икенсе

Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса команда беренселегендә, беренсе көн ярыш һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй командаһы икенсе урында килә.  

АҠШ спортсылары беҙҙән ике мәрәйгә өҫтөнлөк итеп, юғары баҫҡыста урынлашты. Башта ир-аттар шәхси беренселектә көс һынашты. Рәсәйҙән Марк Кондратюк АҠШ һәм Япония вәкиленән саҡ ҡына ҡалышып, өсөнсө күрһәткескә өлгәшһә, парлы бейеүҙән Виктория Синицына менән Никита Кацалапов команданы икенсе урынға сығарҙы. Спорт бейеүенән дә Анастасия Мишина менән Александр Ғәлләмов уйын хужаларынан ҡалышып, икенсе булды. Ә бына АҠШ спортсылары өсөнсө булды. Шуға ла улар араһындағы мәрәй айырмаһы ҡыҫҡара төштө.

Әлегә һөҙөмтә ошолай:

  1. АҠШ – 28 мәрәй.
  2. Рәсәй – 26.
  3. Ҡытай – 21
  4. Япония – 20
  5. Италия – 18
  6. Канада – 16
  7. Грузия – 15
  8. Чехия – 12
  9. Украина – 4
  10. Германия – 3 мәрәй.
Беҙҙекеләр әлегә икенсе
Беҙҙекеләр әлегә икенсе
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: