Улар үҙ-ара күптән уйнағаны булмай. Сөнки сәйәсәт арҡаһында, ниндәй генә спорт төрө булмаһын, ойоштороусылар һәр ваҡыт беҙҙе улар менән осраштырмаҫҡа тырышты. Һәм бына мини-футбол, быға тиклем булған кәртәләрҙе йемереп, уларҙы осраштырырға булды. Әлбиттә, бәйге бик ҡыҙыу булмаҡсы, сөнки әле үк, Украина командаһы беҙгә үс ҡылғандай, төрлө ысул менән тар-мар итмәксе булып һөрән һала.
Украина уйынсыларына килгәндә, улар күптән бындай сарала юғары күрһәткескә өлгәшкәне юҡ. Ә бына Рәсәй командаһы 1999 йылда Европа чемпионы булғас, унан һуң биш тапҡыр – көмөш (1996, 2005, 2012, 2014, 2016 йылдар) һәм өс тапҡыр бронза миҙал (2001, 2007, 2018 йылдар) призеры була.
Фото: ТАСС.