Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль 2022, 16:45

Ике миҙалға өмөт бар

Ҡытайҙа башланасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарының беренсе ярыш көнөндә алты комплект миҙал уйнатылып, шулар араһында биатлондан да һөҙөмтә буласаҡ.  

Ҡатнаш эстафетала Рәсәй командаһынан Ульяна Ниғмәтуллина, Кристина Резцова, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов йүгерәсәк. Әлбиттә. беҙ уларҙан миҙал көтәбеҙ, сөнки эстафетала беҙҙекеләр әллә ни уңышһыҙ сығыш яһағаны юҡ.

Бәйге көндөҙгә сәғәт 12-лә Мәскәү ваҡыты менән ҡаралған. Шулай уҡ, 5 февралдә биатлондан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар скиатлондан, конькиҙа 3000 м араға йүгереүҙән, саңғыла трамплиндан һикереүҙән, ир-аттар фристайлдан һәм шорт-тректан ҡатнаш эстафетала көс һынашасаҡтар.

Фото: ТАСС. 

Ике миҙалға өмөт бар
Ике миҙалға өмөт бар
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: