Унда 95 илдән килгән дүрт меңдән ашыу спортсы ике аҙна буйы ете спорт төрөнөң 15 дисциплинаһында 109 комплект миҙал уйнатасаҡ.
Рәсәй вәкилдәре бар спорт төрөнән дә ярышырға әҙер. Бигәрәк тә өмөт – конькиҙа фигуралы шыуыусыларға, саңғыла һәм конькиҙа йүгереүселәргә һәм бәхет йылмайһа, башҡаларына ла. Уйындарға килгәндә, ул кисә үк команда беренселектәренең ярышы менән башланды. Керлингтан бәйге тәүге һөҙөмтәләренә ирешеп, бөгөн ҡатын-ҡыҙ хоккейсылары төркөм осрашыуҙарына аяҡ баҫа.
Тәүге ярыш көндө, ә ул 5 февралдә старт ала, иң беренсе булып стартҡа саңғыла йүгереүселәр сығасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар скиатлондан ярыша. Һуңынан конькиҙа йүгереүселәр (ҡатын-ҡыҙҙар, 3000 м), биатлон (ҡатнаш эстафета), саңғыла трамплиндан һикереү (ҡатын-ҡыҙҙар), фристайл (ир-ат) һәм шорт-трек (ҡатнаш эстафета). Йәмғеһе алты компект миҙал уйнатыласаҡ. 6-ыһы ете компект миҙал өсөн, сноуборд (ҡатын-ҡыҙҙар), тау саңғыһы (ир-ат), саңғыла йүгереү (скиатлон, ир-ат), конькиҙа йүгереү (ир-ат, 5000 м), трамплиндан һикереү (ир-ат), фристайл (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм сана спорты (ир-ат) буйынса көрәшәсәк.
Фото: ТАСС.