Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль 2022, 20:00

Бәлки, Мөхәмәҙуллинға ла бәхет йылмайыр…

Ҡышҡы Олимпия уйындарының хоккей турниры 9 февралдә старт алып, Рәсәй командаһы беренсе төркөм осрашыуын Швейцария уйынсылары менән башлаясаҡ.  

Кисә төп состав Пекинға юлланып, күнекмәләренә тотондо. «Салауат Юлаев» клубынан ике уйынсы киңәйтелгән составҡа алынғайны әммә икеһе лә әлегә запаста ҡалды. Әлбиттә, башта Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллинды запасҡа ла ҡалдырманылар. Һуңынан бер хоккейсының сирләп китеүе сәбәпле, Шакирға мөрәжәғәт итеп, уны әҙер булырына әйҙәнеләр. Әгәр ҙә мәгәр үҫмер тәрбиәләнеүсебеҙ саҡырыу алһа, ул «Салауат Юлаев» мәктәбенән уйындарҙа ҡатнашҡан дүртенсе вәкил булып һыналасаҡ. Быға тиклем беҙҙән билдәле Игорь Кравчук дүрт уйындарҙа ҡатнаша һәм ике тапҡыр алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙалға лайыҡлана. Дмитрий Денисовҡа ла бер  мәртәбә бәхет йылмая, әммә ул миҙалһыҙ ҡайта. Һәм уҙған уйындарҙа Андрей Зубарев Олимпия чемпионы исемен яулай.

 

Бәлки, Мөхәмәҙуллинға ла бәхет йылмайыр…
Бәлки, Мөхәмәҙуллинға ла бәхет йылмайыр…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: