Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Ғинуар 2022, 13:05

Еңеп килгән еренән еңелде…

Рәсәйҙең билдәле тенниссыһы, Донъя рейтингы буйынса икенсе урынды биләгән Даниил Медведев, Австралияның асыҡ беренселегендә данлыҡлы Рафаэль Надальға еңелеп, үҙ карьераһында абруйлы турнирҙа өсөнсөгә отолдо.  

Ә бит бәйге уның уңышы менән башланғайны. Ул тәүге ике партияла өҫтөнлөк итеп, хәл иткес өсөнсөһөндә лә уйынды тотороҡло башланы. Әммә тәжрибәле Испания спортсыһы үҙен ҡулына алып, өс партия рәттән дәғүәсеһен алдырып. Һөҙөмтәлә «Ҙур шлем» турнирында 21-се еңеү яулай. Ул йәһәттән, Надальға етеүселәр юҡ. Ә бына Медведев, быға тиклем бер тапҡыр ғына «Ҙур шлем»ды яулап, өсөһөндә финалда уйнай һәм еңелеү кисерә. Шулай ҙа ул, үҙ карьераһында 2020 йыл һөҙөмтәһе буйынса АТР турнирында еңеүсе булып. унан тын АТР-ҙың 13 бәйгеһендә еңеүсе булып таныла. Рәсәй командаһы составында Дэвис һәм АТР кубогына эйә була.

Уҙған ярыштан һуң, Даниил Медведев әҙерәк кәйефһеҙләнеп, 30 йәштән һуң, бәлки, теннистан китеүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.  

Фото: ТАСС. 

Еңеп килгән еренән еңелде…
Еңеп килгән еренән еңелде…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в