Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2022, 12:30

Ойоштороусылар ике чемпион яһамаҡсы…

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындары башланыуға һынаулы көндәр ҡалған һайын, уның тирәһендәге имеш-мимештәр ҡабарғандан-ҡабара бара.  

Ойоштороусылар нисек тә булһа теге сирҙән һаҡланып, хатта ярыш ҡағиҙәләрен дә үҙгәртмәксе булып, запас варианттар уйлап сығарҙы. Был әлбиттә, хоккей турнирына ҡағыла. Сөнки команда беренселеге булғас, унда төрлө хәлдәр булып китеүе ихтимал. Ауырып китеүселәр күбәйһә, турнир туҡталыуы мөмкин. Шуға улар элекке һымаҡ, беренсе-икенсе һәм өсөнсө-дүртенсе урын өсөн командалар араһында ярыш уҙғармай, тәүге икәүһен еңеүсе итә һәм ҡалған икәүһенә бронза миҙал таратып бирә. Йәғни, көмөш миҙал призеры булмай.

Улай булғас, командаларға ярымфиналға сығыу, еңеүгә тиң була инде.

Фото: ТАСС. 

Ойоштороусылар ике чемпион яһамаҡсы…
Ойоштороусылар ике чемпион яһамаҡсы…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: