-4 °С
Болотло
Башта эстафета бәйгеһендә беҙҙекеләр бишенсе урын менән ҡәнәғәтләнһә, һуңынан сингл-микста йүгергән Антон Бабиков менән Евгения Буртасова барыһын да алдырып, чемпион исемен яуланы. Хәҙер улар икеһе лә Европаның дүртәр тапҡыр еңеүсеһе булып һынала.
Ғөмүмән, беҙҙең яҡташыбыҙ ошо уҙған айҙа ғына Донъя кубогында ике “алтын”, бер “көмөш” һәм Европала бер “көмөш” менән бер “алтын”лы булды. Ә ул Олимпия уйындарына эләкмәй, запаста һанала…
Фото: ТАСС.