Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар 2022, 17:55

“Гагарин”дың 14-cе еңеүсеһе лә һорау аҫтында…

Хоккей буйынса КХЛ беренселеге коронавирус пандемияһы арҡаһында ҡайһы бер командаларҙың яртылаш тиерлек составы сирләп китеүе сәбәпле, ике аҙна ашыу элек чемпионатты туҡтатҡайны.  

Хәҙер бына Олимпия уйындарына ла күп ҡалманы.  Шул уйындар ваҡытында нисек тә булһа календарға инеп, даими беренселекте уҙғармаҡсы булып нийәтләнгәйне. Әммә, күпселек клубтар быға ҡаршы сыҡты һәм чемпионат юлын дауам итә алмаясаҡ. Етәкселек йәнә уйға батты.  Күрәһең, быйыл да ул еңеүсеһен асыҡлай алмаҫ кеүек күренә. 2020 йылда ла ошо сир арҡаһында уның 12-се еңеүсеһен асыҡлай алмағайнылар.

Фото: ТАСС. 

“Гагарин”дың 14-cе еңеүсеһе лә һорау аҫтында…
“Гагарин”дың 14-cе еңеүсеһе лә һорау аҫтында…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: