Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ғинуар 2022, 22:00

Пекин, коронавирус, Бабиков...

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындары яҡынлашҡан һайын, ә уға бары бер аҙна ҡалды, спортсылар һәм уларҙың етәкселәре ҙур сараға юллана башланы.  

Тик теге ҡороғор сир, шуны һағалағандай, үҙенең барлығын оноттормай белдерә башланы. Әйтәйек, Норвегия вәкилдәренең бер тренерында сир табылып, уның менән шөғөлләнгән төп команда саңғысылары әлегә карантинда ултыра. Хәҙер улар һаҡланып, резерв составын ярышҡа әҙерләй башлаған. Беҙҙә лә хәлдәр әллә ни тотороҡло түгел. Конькиҙа фигуралы шыуыуҙан Коляда ауырып китһә, бөгөн бына Ҡытайға осор алдынан биатлон командаһынан да өс кеше QR-кодһыҙ булып сыға. Ҡыҫҡаса әйткәндә, уйындар үтеүен-үтер инде, тик бына һөҙөмтәләре көтөлмәүенсә булыр...
Германияла барған биатлон буйынса Европа беренселегендә уйындарға эләкмәгән Антон Бабиков йәнә уңышҡа өлгәшеп, белгестәрҙе уйға һалды. Унан тыш, ошо төр буйынса IBU кубогының быйылғы һөҙөмтәһе буйынса “Бәләкәй гәлсәр глобус”ҡа ла эйә була. Бер үҙенә күпме награда. Хатта төп составта күптән үҙ урынын алған Логинов та бер миҙгелдә ундай уңышҡа өлгәшә алманы. Шуғалырмы инде, команда етәкселеге иртәгә буласаҡ спринт бәйгеһенә уны ҡуймай, бәлки Ҡытайға алып китмәксе булып һаҡлап ҡалмаҡсы.

фото: ТАСС. 

Пекин, коронавирус, Бабиков...
Пекин, коронавирус, Бабиков...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: