Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар 2022, 10:20

Көтөүен көтәбеҙ ҙә ул...

Хоккей буйынса КХЛ беренселеге коронавирус пандемияһы арҡаһында ҡайһы бер командаларҙың яртылаш тиерлек составы сирләп китеүе сәбәпле, чемпионатты туҡтатҡайнылар.    

Һәм бына хәҙер уны бөтөнләй туҡтатып, Олимпия уйындарынан һуң, нисек бар шулай плей-оффтан башламаҡсы булалар тигән хәбәр таралды. Әйтәйек, “Салауат Юлаев” клубы бөгөнгө көндә Көнсығыш конференцияһында дүртенсе баҫҡыста тора, ә “Авангард” командаһы бишенселә. Тимәк, плей-оффты улар үҙ-ара башлаясаҡ.  Шулай уҡ башҡалар ҙа ошо тәртиптә төп приз өсөн көрәште башлаясаҡ. Тик ҡайһы бер клубтар бындай ҡарарға риза түгел. Улар уйлауынса, көрәштең ысынбарлығы юғаласаҡ, тиҙәр. Ысынлап та улар хаҡлы. Сөнки пандемия йәнә көсәйә башланы һәм чемпионат моғайын да уйналып бөтмәҫ кеүек.

Олимпия уйындарындағы хоккей буйынса турнир ҙа кисектерелеп, йәйгә күсерелеүе ихтимал тип һүҙ сыҡты. Әлегә аныҡ ҡына хәбәр юҡ, әммә төтөн утһыҙ булмай тигәндәй, һүҙ йөрөгәс, тимәк бушҡа түгелдер...

Фото: ТАСС. 

Көтөүен көтәбеҙ ҙә ул...
Көтөүен көтәбеҙ ҙә ул...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: