Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар 2022, 19:30

Бабиков ишек шаҡый, әммә һуң инде...

Ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан Италияла башланған биатлон буйынса Донъя кубогының етенсе этабында яҡташыбыҙ Антон Бабиков шәхси беренселектә беренсе урын алып, тренерҙарҙы уйға һалды.  

Сөнки Рәсәй биатлон союзы алдан уҡ уйындарға барасаҡ исемлек менән таныштырып, Бабиковты запаста ҡалдырҙы. Ә бит ул, быға тиклем төп составҡа ҡайтып, сингл-микста Кристина Резцова менән алтын миҙал яулағайны. Унан тыш, мпринт бәйгеһендә лә юғары етенсе урынға күтәрелде. Тик бына һуңғыһында финишҡа 71`-се килеп, тренерҙарҙың ҡарашын үҙгәртте.Шуға ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ барыһының да танауына сиртеп, йәнә юғары уңышҡа өлгәште. Афарин!

Шулай уҡ уҙған ярышта Кәрим Хәлили ла  өсөнсө урын алып, подиумға күтәрелде.

Фото: ТАСС. 

Бабиков ишек шаҡый, әммә һуң инде...
Бабиков ишек шаҡый, әммә һуң инде...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: