Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2022, 09:30

Рәсәй фигуристарына етеүселәр юҡ

Эстонияла уҙған конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Европа беренселегендә Рәсәй спортсылары йәнә алдынғылыҡты бирмәне.  

Улар уйнатылған бар алтын миҙалдарҙы ла яулап, һуңғы йылдарҙа  дан ҡаҙана. Унан тыш, өс “көмөш” һәм ике “бронза”лы ла булды.  Шулай итеп, Европа чемпиондары булып, ҡатын-ҡыҙҙарҙан - Камила Вәлиева, ир-аттарҙан - Марк Кондратюк, парлы шыуыуҙан - Анастасия Мишина менән Александр Ғәлләмов һәм парлы бейеүҙән - Виктория Синицына менән Никита Кацалапов танылды. Көмөш миҙалға ҡатын-ҡыҙҙарҙан - Анна Щербакова,  парлы шыуыуҙан - Евгения Тарасова менән Владимир Морозов һәм парлы бейеүҙән Александра Степанова менән Иван Букин лайыҡланһа, “бронза”ға ҡатын-ҡыҙҙарҙан - Александра Трусова һәм парлы шыуыуҙан - Александра Бойкова менән Дмитрий Козловский эйә булды.

Фото: ТАСС. 

Рәсәй фигуристарына етеүселәр юҡ
Рәсәй фигуристарына етеүселәр юҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в