Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар 2022, 19:45

Рәсәй биатлонсылары – беренсе!

Рәсәй йыйылма ир-ат командаһы Германияла барған биатлон буйынса Донъя кубогының эстафетаһында беренсе булып, быйылғы миҙгелдә тәүгә алтын миҙал яуланы.  

Команда составында Хәлили, Серохвостов, Логинов һәм Цветков йүгерҙе. Шулай итеп, кисә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар өсөнсө булһа, ир-аттар иһә беренсе булып танылды. Быға тиклем улар ике тапҡыр эстафета ярышында бронза миҙалға эйә булғайны.

Оҙаҡламай башланасаҡ Олимпия уйындарына ла составты билдәләргә булалыр. Улар – Логинов, Латипов, Хәлили, Цветков һәм Серохвостов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Бабиковҡа урын юҡ, һымаҡ…

Фото: ТАСС. 

Рәсәй биатлонсылары – беренсе!
Рәсәй биатлонсылары – беренсе!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: