Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ғинуар 2022, 20:55

Бабиков хәлен мөшкөләйтте...

Германияла барған биатлон буйынса Донъя кубогының сираттағы ярышында ир-ат спортсылары спринт бәйгеһендә көс һынашты.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яҡташыбыҙ Антон Бабиков беҙҙең биатлонсылар араһында иң насар һөҙөмтәгә өлгәшеп, Олимпия уйындары алдынан хәлен мөшкөләйтә төштө. Сөнки ошо уҙышта уларҙың яҙмышы хәл ителде. Һәм шулай итеп, Пекиндағы уйындарҙа Рәсәй командаһынан алты түгел, ә биш кенә спортсы сығыш яһаясаҡ. Тимәк, состав та бер вәкилгә кәмейәсәк. Әлеге ваҡытта төп составта Бабиковтан тыш, Логинов, Латипов, Хәлили, Поварницын,  Серохвостов һәм Цветков бар. Тағын килеп, һуңғыһы, башҡаларға ҡарағанда уңышлыраҡ сығыш яһаны. Ғөмүмән, әлеге уҙған ярышта Цветков  21-се булһа, Серохвостов -  23-сө, Поварницын – 31-се, Логинов – 32-се, Хәлили – 35-се һәм Бабиков тик 71-се һәҙәмтәгә өлгәште.

Фото: ТАСС. 

Бабиков хәлен мөшкөләйтте...
Бабиков хәлен мөшкөләйтте...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: