Әйтәйек, “Салауат Юлаев” клубында башта бер нисә уйынсы ауырып китһә, хәҙер уларҙың иҫәбе егерменән ашты, тиҙәр. Шуның арҡаһында өс осрашыу кисектерелде. Шулай уҡ “Автомобилист”, ЦСКА, "Торпедо", "Спартак" һәм “Динамо” (Рига) клубтарында ла ауырыусылар бар. Улар ҙа карантинға китте. Уйын календары көн дә тиерлек үҙгәреш кисереп, хәҙер уны ҡалайтып яйға һалырға белмәйҙәр. Плей-офф уйындары ла яҡыная. Ҡышҡы Олимпия уйындарына ла күп ҡалманы. Әлбиттә, КХЛ етәкселеге даими беренселекте туҡтатырға уйламай. Тик ҡайһы бер белгестәр уны туҡтатыу яғында. Сөнки, улар- ҙың уйынса, Олимпия уйындарына хоккейсыларҙың ҡалмауы ихтимал. Билдәле белгес Плющев әйтеүенсә, әгәр эштәр былай барһа, Пекиндағы уйындарҙа Ҡытай хоккейсыларының еңеүсе булыуы мөмкин. Бер уйлаһаң, хаҡлы ла һымаҡ. Әгәр беҙҙең көслө уйынсылар, ысынлап та, ҡәһерле сир арҡаһында ҡатнашмаһа, уйындарҙың бәҫе төшәсәк. Шуға күрә уйланырға урын бар кеүек.
Яңыраҡ шул билдәле булды: Олимпия уйындары ваҡытында беренселек туҡтамай, даими уйындарын дауам итәсәк.
фото: ТАСС.