Был юлы беҙҙең спортсылар миҙалһыҙ ҡалып, Светлана Миронова ғына финишта һигеҙсе булып, ун көслө биатлонсы исемлегенә инде. Иртәгә ир-ат ошо уҡ төрҙә ярышасаҡ. Белеүегеҙсә, ошоға тиклем Александр Логинов спринтта барыһын да алдырып, командаға тәүге юғары награда килтергәйне. Шулай уҡ командаға ҡайтҡан Антон Бабиҡов менән Максим Цветков та уңышлы сығыш яһап, киләсәккә өмөт бағланы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Пекинда башланасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан командала, ниһайәт, конкуренция барлыҡҡа килде. Тимәк, алты урын өсөн сәмле көрәш буласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Кристина Резцова ғына ярыш һайын күрһәткесен яҡшырта барып, киләсәккә өмөт уята. IBU кубогында сығыш яһаған Виктория Сливко һәм шул уҡ Лариса Куклина, уҙған ярышта уңышҡа өлгәшеп, төп командаға ишек шаҡый.
Әлегә биш этап һөҙөмтәһе буйынса беҙҙекеләр, ике алтын, өс көмөш һәм өс бронза миҙал яулап, командалар араһында дүртенсе урынды биләй.
Фото: ТАСС.