Рәсәй спортсыһы һуңғы атыу рубежында өс тапҡыр хаталанып, 450 метр аралыҡтағы штраф әйләнешен үтә һәм шул ваҡытта дәғүәселәре уны үтеп, Логинов трассаға өсөнсө булып сыға. Әммә унда ла күрһәткесен һаҡлап ҡала алмай һәм ярышты бишенсе булып тамамлай. Алтынсы ваҡыт менән бәйгене башлаған Антон Бабиков та башта лидерҙар рәтендә килә әммә ул да атыуҙа хаталанып, унынсы ваҡыт күрһәтә. Ә бына 52-се булып стартҡа сыҡҡан Максим Цветков тырышлығы менән финишҡа 12-се булып килә. Данил Серохвостов иһә, 11-се булһа, Кәрим Хәлили – 20-се һәм Александр Поварницын 36-сы булып ярышты тамамланы.
фото: ТАСС.