Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ғинуар 2022, 20:30

Мироноваһыҙ ҙа ярышасаҡтар…

Германияла уҙған биатлон буйынса Донъя кубогының һуңғы эҙәрлекләү ярышында ҡатын-ҡыҙҙар эҙәрлекләү бәйгеһендә көс һынашты.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар уңышҡа өлгәшә алманы. Улар араһынан иң яҡшы күрһәткескә Валерия Васнецова атыу рубежында өс тапҡыр хаталанып, финишта 11-се ваҡытҡа өлгәште. Команда лидерына әйләнеп барған Кристина Резцова алты тапҡыр сәпкә яҙа атып, 14-се ваҡыт күрһәтһә, маҡталған Светлана Миронова иһә, барыһынан да артта ҡалып, финишҡа 27-се генә булып килде. Ғөмүмән. Миронова алдан уҡ Олимпия йыйылма командаһына алынһа ла, ул команданың һөйрәлеүселәр рәтендә генә тора. Уға элекке үрҙәренә ышанып,  һаман нимәгәҙер өмөт итәләр. Интервью биргән һайын илап һөйләһә лә, уға өмөт юҡ. Уның урынына Сливко, йә булмаһы Куклина булһа ла, һөҙөмтә икенсерәк булыр ине. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар составында үҙгәрештәр кәрәк.

Фото: ТАСС. 

Мироноваһыҙ ҙа ярышасаҡтар…
Мироноваһыҙ ҙа ярышасаҡтар…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: