Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар 2022, 19:50

Бабиков менән Резцова – беренсе!

Германияла барған биатлон буйынса Донъя кубогының сираттағы ярышында Рәсәй спортсылары йәнә “алтын”лы булды.  

Сингл-микста йүгергән яҡташыбыҙ Антон Бабиков менән Кристина Резцова бәйгене уңышлы үтеп, командаға икенсе көн рәттән алтын миҙал килтерҙе.

Шулай итеп беҙҙең биатлонсылар биш этап һөҙөмтәһе буйынса ике алтын, өс көмөш һәм өс бронза миҙал яулап. дөйөм дүртенсе урында нығынды.

Ҡатнаш эстафетала иһә, Рәсәй командаһы бер аҙ лидерҙар рәтендә килһә лә, һөҙөмтәлә финишта бишенсе булды.

фото: ТАСС. 

Бабиков менән Резцова – беренсе!
Бабиков менән Резцова – беренсе!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: