Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2022, 23:00

Ниһайәт, “алтын”лы булдылар

Германияла башланған биатлон буйынса Донъя кубогының бишенсенда этабында, Александр Логинов спринт ярышында беренсе булып, Рәсәй командаһына беренсе алтын миҙал килтерҙе.    

Төп составҡа ҡайтҡан яҡташыбыҙ Антон Бабиков атыу рубежын хатаһыҙ үтеп, һөҙөмтәлә юғары алтынсы урынға күтәрелде. Шулай уҡ Данил Серохвостов ике тапҡыр яҙа атып, Бабиковтан өс секундҡа ғына ҡала финишта һигеҙенсе һөҙөмтәгә өлгәште.

Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарынан ошо уҡ төрҙә Кристина Резцова  финишта етенсе булһа, ҡалғандары 20 көслө спортсылар исемлегенә инә алманы.

Фото: ТАСС. 

Ниһайәт, “алтын”лы булдылар
Ниһайәт, “алтын”лы булдылар
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: