Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2022, 10:25

Латипов карантинда, Бабиков стартҡа сығасаҡ

Бөгөн Германияла биатлон буйынса Донъя кубогының бишенсе этабы башланып, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар спринт ярышында көс һынашасаҡ.  

Ярыш алдынан команда лидеры булып киткән Эдуард Латиповтың коранивирусҡа ҡаршы биргән һөҙөмтәһе ыңғай булып, уны ярыштан ситләттеләр. Латипов быға тиклем булған дүрт этап һөҙөмтәһе буйынса шәхси беренселектә – ике көмөш һәм эстафета составында ике бронза миҙал яулағайны.

Шулай итеп, стартҡа Александр Логинов, Кәрим Хәлили. Александр Поварницын, Данил Серохвостов һәм төп составҡа ҡайтҡан яҡташыбыҙ Антон Бабиков менән Максим Цветков сығасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Латипов карантинда, Бабиков стартҡа сығасаҡ
Латипов карантинда, Бабиков стартҡа сығасаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: