Хужалар бәйгене уңышлы башлаһа ла, улар Хартикайнен менән Ларсен тырышлығында ике шайба индерә, ҡунаҡтар шунда уҡ күпселекте оҫта файҙалана һәм иҫәпте тигеҙләй. Тик икенсе осорҙа өфөләр йәнә ике яуапһыҙ гол индереп, алға сыға. Һуңғы осорҙа ла юлаевсылар туҡтамай йәнә ике тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Әммә әлеге лә баяғы шул ҡағиҙә боҙоу арҡаһында, беҙҙекеләр кәмселектә ҡалып, тағы ла ике шайба үткәртә. Шуға ҡарамаҫтан, өфөләр өҫтөнлөктө һаҡлап ҡалып, “Динамо’ны 6:4 иҫәбенә еңә. Голдарҙы юлаевсыларҙан Хартикайнен, Тихонов һәм икешәр тапҡыр Алалыкин менән Ларсен индерә. “Салауат Юлаев” командаһы өсөн 100-cө уйын уҙғарған Гранлунд уҙған бәйгелә дүрт голда булышлыҡ итеп, йәмғеһе гол+пас системаһы буйынса 99 мәрәй яулай.
Шулай итеп, өфөләр 62 мәрәй йыйып, өсөнсө урында килгән “Аҡ барс” менән тиңләште.
Килһе уйынын улар Финляндияла урындағы “Йокерит’ клубы менән уҙғарасаҡ.
Фото: ТАСС.