Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ғинуар 2022, 19:30

Өҫтәмә ваҡытта булһа ла үсен ҡайтарҙы…

Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегенең даими чемпионатын дауам итеп, үҙ майҙанында «Металлург» клубын ҡабул итте.  

Беренсе осорҙа ике яҡ хоккейсылар ҙа иҫәпте аса алмай,  икенсеһендә  иһә икеһенә биш шайба индерҙе. Башта ҡунаҡтар өс рәт уңышҡа өлгәшеп, һуңынан хужалар икәү менән яуап бирә ала. Өсөнсө осор тамамланыуға 13 секунд тирәһе ҡалғанда, юлаевсылар һөжүмсеһе уңышҡа өлгәшеп, осрашыуҙы овертаймға күсерә. Ә инде өҫтәмә ваҡытта, «Металлург» уйнысылары еңеү шайбаһын индереп. ниһайәт юлаевсыларҙы алдыра. Сөнки быға тиклем булған ике уйында ла, еңеү өфөләр яғында булғайны.

Шулай итеп, Магнитогорск клубы  ике мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында йәнә беренсе урынға сыҡты. «Салауат Юлаев» командаһы 60 мәрәй менән «Аҡ барс»тан ике мәрәйгә ҡала дүртенсе урында ҡалды.

Киләһе осрашыуын улар 5 ғинуарҙа Риганың «Динамо»һы менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Өҫтәмә ваҡытта булһа ла үсен ҡайтарҙы…
Өҫтәмә ваҡытта булһа ла үсен ҡайтарҙы…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: