Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ғинуар 2022, 15:15

“Металлург” килә Өфөгә

Иртәгә КХЛ чемпионатының даими беренселеге юлын дауам итеп, “Салауат Юлаев” командаһы Көнсы:ыш конференцияһы лидерҙарының береһе “Металлург” клубын ҡабул итәсәк.  

Өфөләр быйылғы миҙгелдә улар менән ике тапҡыр уйнап өлгөрҙө инде һәм икеһендә лә еңеү беҙҙең яҡта була. Ғөмүмән, Магнитогорск уйынсылары оҙаҡ ваҡыт отолмай килеп, уҙғанында ғына лидерлығын ҡулынан ысҡындырып тора. Юғарыға үрмәләгән “Трактор” хоккейсылары “Металлург”тан бер мәрәйгә өҫтөнлөк итһә лә, һуңғыһы уларҙан ике осрашыуға әҙерәк уйнаған. Ә инде юлаевсылар иҫәбендә әлегә 59 мәрәй һәм улар “Металлург”тан ете мәрәйгә ҡалыша. Шуға күрә иртәнге бәйге бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Сөнки ҡунаҡтар моғайын был юлы үс алыр өсөн көрәшәсәк.

Фото: ТАСС. 

“Металлург” килә Өфөгә
“Металлург” килә Өфөгә
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: