Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Декабрь 2021, 13:30

Яҡшы кәйеф менән Яңы йылды ҡаршылай

Кисә “Салауат Юлаев” командаһы, йылды тамамлап, Ҡаҙағстанда “Барыҫ” клубы менән осрашып, уларҙы 1:2 иҫәбенә еңеп ҡайтты.

Әлегә өфөләр, 59 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһында, “Аҡ барс”тан бер мәрәйгә ҡалышып, дүртенсе урында тора. Ғөмүмән, турнир таблицаһына килгәндә, “Металлург” уйынсылары һаман да алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың иҫәбендә – 66 мәрәй. Бер мәрәйгә ҡалышып, икенсе урында “Трактор” клубы урынлашҡан. “Барыҫ”, 42 мәрәйе менән, плей-офф зонаһының һуңғы баҫҡысын биләй.
Көнбайышта СКА командаһы, 62 мәрәй яулап, беренсе булһа, “Динамо” уйынсылары – икенсе (61 мәрәй) һәм өсөнсө-дүртенсе урындарҙы 58-шәр мәрәй яулап, "Йокерит" менән ЦСКА хоккейсылары бүлешә.
Киләһе йылда өфөләр беренсе уйынын 3 ғинуарҙа үҙ майҙанында “Металлург” клубы менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Яҡшы кәйеф менән Яңы йылды ҡаршылай
Яҡшы кәйеф менән Яңы йылды ҡаршылай
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: