Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Декабрь 2021, 09:30

Канаданы ҡыуып етергә ҡәһәрле сир ҡамаусаланы...

Үҫмер хоккейсылар араһында Канадала барған донъя чемпионаты коронавирус пандемияһы арҡаһында туҡтатылды.

Башта АҠШ командаһы уйынсылары араһында сир табылғас, уларҙы карантинға ебәреп торғайнылар, һуңынан Рәсәй хоккейсылары араһында ла шик табылып, Словакия менән буласаҡ осрашыу туҡтатылды. Һөҙөмтәлә АҠШ һәм Рәсәй командаларына техник отолоу теркәп, ойоштороусылар чемпионатты бөтөнләй уҙғармаҫҡа булды. 

Шулай итеп, 1974 йылдан алып уҙғарылған беренселек, әлеге лә баяғы сир арҡаһында беренсе тапҡыр ярты юлда туҡтатылды. 

Чемпионат тарихына ҡағылғанда,  ул 1974 йылдан алып өс тапҡыр рәсми булмаған рәүештә уҙып, 1977 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем йыл да үткәрелә. Ошо арауыҡта Канада уйынсылары, 18 тапҡыр еңеүсе булып, алдынғылыҡты бирмәй. Беҙҙекеләр союз заманында – 13 һәм артабан дүрт тапҡыр (1999, 2002, 2003, 2011 йылдар) Кубокты күккә сөйә. Шуға ла быйыл улар Канаданы ҡыуып етеренә ышанғайны, әммә килеп сыҡманы.

Фото: ТАСС.

Канаданы ҡыуып етергә ҡәһәрле сир ҡамаусаланы...
Канаданы ҡыуып етергә ҡәһәрле сир ҡамаусаланы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: