Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Декабрь 2021, 19:20

Яңы йылға тиклем ике уйын ҡалды

Яңыраҡ «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегенең сираттағы турында «Автомобилист» клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарҙы 4:2 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы.    

Юлаевсыларҙан уңышҡа Кадейкин, Башкиров, Гранлунд һәм Коледов өлгәште. Әлегә юлаевсылар, 42 уйындан һуң 56 мәрәй яулап, Көнсығышта өсөнсө урын биләй. 

Яңы йылға тиклем уларға ике уйын уҙғараһы ҡалды. 27 декабрҙә “Себер” командаһында ҡунаҡ булһа, 29-ында Ҡаҙағстанға юлланасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Яңы йылға тиклем ике уйын ҡалды
Яңы йылға тиклем ике уйын ҡалды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: