Һөжүмсе быйылғы миҙгелдә Рәсәй Премьер-лигаһында 13 туп индереп, чемпионат лидерына әйләнә. Шунан төп командаға саҡырыу алғас, уның хаҡы бермә-бер артып, “Өфө” клубы етәкселеге Агаларовты ун миллион евроға баһалай. Әлбиттә, был ҡиммәт. Ҡайһы бер белгестәр фаразлауынса, ул биш-алты миллион евронан да артыҡ тормай.
Ғөмүмән, команда етәкселеге был йәһәттән аҡса эшләй белә, тип маҡтайҙар. Ул һуңғы дүрт миҙгелдә, уйынсыларын һатып, 24 миллион евро “һуҡҡан”. Мәҫәлән, Үзбәкстан футболсыһы Остон Уруновты 150 мең евроға “табып”, “Спартак”ка бер миллион евроға “осорҙо”... Әйтәйек, уҙған миҙгелдә Даниил Фоминды – 3,5 миллионға, Сильвестер Игбунды – 2 миллионға һәм шул Уруновты 1 миллион евроға һатып, ҡаҙнаһын 6,5 миллион евроға байыта.
Фото: ТАСС.