Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Декабрь 2021, 10:15

Төп бәйге алдынан...

Ошо йәкшәмбелә хоккей буйынса йәштәр араһында Канадала башланасаҡ   донъя чемпионаты алдынан, Рәсәй йыйылма командаһы беренселек хужалары менән дуҫтарса осрашыу уҙғарҙы.  

Канада үҫмерҙәре беренсе осорҙа уҡ, беҙҙекеләргә дүрт яуапһыҙ гол индереп, бәйгене уңышлы башлай. Шулай ҙа икенсе осорҙа Зубовтың тәрбиәләнеүселәре өс тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, иҫәпте ҡыҫҡарта төшә. Тик ул ғына етмәй һәм һөҙөмтәлә хужалар ҡунаҡтарҙы 6:4 иҫәбенә еңә. Рәсәй үҫмерҙәренән бер голды “Толпар” командаһынан, яҡташыбыҙ Александр Пашин индерә.

Ә инде дөйөм һөҙөмтәгә килгәндә, беҙҙең хоккейсылар икенсе йыл инде Канада командаһын алдыра алмай йонсой.

Фото: ТАСС. 

Төп бәйге алдынан...
Төп бәйге алдынан...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: