Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Декабрь 2021, 10:45

Ретро уйындан бер мәрәй менән

Кисә хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы турында “Салауат Юлаев” командаһы Мәскәүҙә “Спартак” клубы менән ретро бәйгелә осрашты.  

Хужалар клубтың тыуған көнөндә Совет осорондағы формала сыҡһа, өфөләр ҙә юбилей йылын билдәләп, ретро формаһын кейҙе. Шуға ла микән, коман­далар элекке данына тап төшөрмөйек тип, көйәрмәндәрен ҡыуандырмаҡсы булды. Төп ваҡыт һәм өҫтәмә ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында бәхет тыуған көнөн билдәлеүселәргә йыл­майҙы.
Шулай итеп, юлаевсылар бер мәрәй менән булһа ла ҡумтаһын байытты. Әлегә улар 41 уйындан һуң 54 мәрәй яулап, Көнсығышта өсөнсө урынын биләй. “Спартак” хоккейсылары ла уңышынан һуң, үҙ конферен­цияһының плей-офф зонаһында ҡалды.
Иртәгә юлаевсылар үҙ майҙанында “Автомобилист” клубын ҡабул итәсәк. Яңы йылға тиклем уларға унан тыш, тағы ике уйын уҙғараһы ҡалды. 27 декабрҙә “Себер” командаһында ҡунаҡ булһа, 29-ҙы Ҡаҙағстанға юлланасаҡ.

Фото: ТАСС.

Ретро уйындан бер мәрәй менән
Ретро уйындан бер мәрәй менән
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: