Спорт
17 Декабрь 2021, 04:00

Яйлап яҡынлашалар...

Кисә Францияла башланған биатлон буйынса Донъя кубогының дүртенсе этабында ҡатын-ҡыҙҙар спринтта ярышты.  

Рәсәй командаһынан Кристина Резцова үҙ карьераһында беренсе тапҡыр яҡшы сығыш яһап, һөҙөмтәлә юғары бишенсе күрһәткескә өлгәште. Әгәр бер тапҡыр яҙа атмағанда, бәлки призерҙар исемлегенә лә инер ине. Ирина Казакевич та һөҙөмтәһен яйлап яҡшыртып, был юлы финишта 17-се булды. Ульяна Ниғмәтуллина – 23-сө, Валерия Васнецова – 24-се һәм Лариса Куклина 74-се урын яуланы. Һуңғыһы моғайын, ғинуар айындағы этапта ҡатнашмаҫ.

Бөгөн ир-ат спортсылары ошо уҡ бәйгелә көс һынашасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Яйлап яҡынлашалар...
Яйлап яҡынлашалар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас