Спорт
15 Декабрь 2021, 05:30

Бахыр Хохряковты “дошман”ға әйләндерҙеләр...

“Аҡ барс” менән “Салауат Юлаев” командалары араһында уҙған уйында юлаевсылар һөжүмсеһе Петр Хохряков хужаларҙың хоккейсыһы Дмитрий Воронковҡа ҡаршы физик яҡтан “силовой прием” күрһәтеп, һөҙөмтәлә тегеһе боҙға йөҙө менән йығылып йәрәхәт алғайны.

Хөкөм итеүселәр беҙҙең уйынсыға 5+20 минутлыҡ штраф бирә. Яза алды, бәйге тамамланды... Тик уның менән генә Петр ҡотола алмай шул.  КХЛ-дың судьялар коллегияһы был ваҡиғаны ситтә ҡалдырмай, тикшереү уҙғара һәм Хохряковты биш уйындан ситләтеп, уға бер миллион һум штраф та һала. Бынан һуң ҡайһы бер  белгестәр һәм дә элекке хоккейсылар аптырауҙа ҡалып, хоккей уйынын фигуралы шыуыуға әйләндереп баралар тип, хөрән һалды. Барыһы ла Өфө уйынсыһының ҡағиҙә буйынса ҡулланған прием тип, Воронковтың башын аҫҡа эйеүҙә ғәйепләне. Һәм дә уның һаҡлана алмай йөҙө менән боҙға йығылыуы, йәрәхәт  алыуына килтерә тине.  Хохряков үҙе лә тәртипһеҙ уйынсы түгел, уны барыһы ла белә. Әгәр уның урынында Панин, йә булмаһа Пашнин кеүек йыш ҡағиҙә  боҙоусылар булһа, уларҙы моғайын ошо ваҡиғанан һуң, ярты миҙгелгә “ултыртып” ҡуйырҙар ине. Ә бит хоккей уйынын, ысын ир-ат уйыны ти торғайнылар...

Фото: ТАСС. 

Баһыр, Хохряковты “дошман”ға әйләндерҙеләр...
Баһыр, Хохряковты “дошман”ға әйләндерҙеләр...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас