Өфөләр быға тиклем улар менән Владивостокта уйнап, хужаларҙы 2:0 иҫәбенә отҡайны. Тик һуңынан Мәскәүҙең “Динамо”һын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға ҡаршы бер ни ҡыла алмай 0:4 иҫәбенә еңелде. Ғөмүмән, һуңғы алты осрашыуҙа, юлаевсылар 12 мөмкинлектән бары өс кенә мәрәй яулай алды. Хәҙер улар үҙ конференцияһында 45 мәрәй менән дүртенсе урынды биләй. Өҫтәгеләр алға китеп, арттағылар ҙа беҙҙекеләрҙе баҫып килә. Әйтәйек, “Авангард” менән “Себер” командалары өфөләрҙән өс кенә мәрәйгә ҡалыша. Шуға ла тағыла бер ике юғалтыу һәм улар төшөп тә китеүе ихтимал...
Фото: ТАСС.