Спорт
5 Декабрь 2021, 04:25

Беҙҙең тенниссылар - финалда!

Теннис буйынса ир-ат командалары араһында барған Дэвис кубогы турнирында Рәсәй спортсылары Германия командаһын 2:0 иҫәбенә еңеп, финалға сыҡты.  

Улар төп приз өсөн  Хорватия тенниссылары менән көрәшәсәк. Беҙҙең спортсылар һуңғы тапҡыр Дэвис кубогын бынан 15 йыл элек яулағайны.

Быға тиклем Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла Билли Джин Кинг (элекке Федерация кубогы) турнирында еңеүсе булып,  дан ҡаҙанғайны.

Фото: ТАСС. 

Беҙҙең тенниссылар  - финалда!
Беҙҙең тенниссылар - финалда!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас