Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2021, 18:10

Яҡташыбыҙ, йәнә беренсе!

Норвегияла барған  Донъя кубогының IBU бәйгеһендә яҡташыбыҙ Антон Бабиков йәнә уңышҡа өлгәште.  

Ул был юлы масс-стартта бер тапҡыр яҙа атып, икенсе ярыш рәттән алдынғылыҡты бирмәне.

Ә инде төп бәйгелә ҡатын-ҡыҙҙар эҙәрлекләүҙә көс һынашты. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ульяна Ниғмәтуллина ғына 17-се булып, башҡаларға ҡарағанда  уңышлы ғына сығыш яһаны. Оҙаҡламй ир-ат командалары эстафетала көс һынашасаҡ. Беҙҙән Кәрим Халили, Даниил Сверохвостов, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов ҡатнашсаҡ.

Фото: ТАСС. 

Яҡташыбыҙ, йәнә беренсе!
Яҡташыбыҙ, йәнә беренсе!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: