Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2021, 20:35

Бронза булды, бронза…

Швецияла барған  Донъя кубогының икенсе этабында  Рәсәй йыйылма ир-ат командыһы эстафета ярышында өсөнсө урын яуланы.    

Составта Кәрим Халили, Даниил Сверохвостов, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов йүгерҙе.  Тәүге өсәүһе үҙ этабын уңышлы тамамлаһа, ә инде Эдик ике тапҡыр хаталынып, командаһын өсөнсө урынға ҡалдыра. Шуға ҡарамаҫтан, был еңеү,  Рәсәй командаһы өсөн тәүгеләрҙән булып һынала.

Иртәгә ҡатын-ҡыҙҙар ошо уҡ төрҙән ярышасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Бронза булды, бронза…
Бронза булды, бронза…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: