Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2021, 09:40

Рәсәй тенниссылары Дэвис кубогына көрәшә

Теннис буйынса барған ир-ат командалары араһында Дэвис кубогы турнирында Рәсәй спортсылары Швеция командаһын 2:0 иҫәбенә еңеп, ярымфиналға сыҡты.  

Төп призға көрәшер өсөн улар Германия тенниссылары менән уйнаясаҡ. Ошо команда турнирында беҙҙең спортсылар үҙ тарихында биш тапҡыр финалда уйнап, ике тапҡыр төп призды яулағайны.

Фото: ТАСС. 

Рәсәй тенниссылары Дэвис кубогына көрәшә
Рәсәй тенниссылары Дэвис кубогына көрәшә
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: