Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2021, 08:15

Ағас «миҙал» булғас, «баҡыр»ына ла күп ҡалмағандыр...

Кисә Швецияла башланған биатлон буйынса  Донъя кубогының икенсе этабында Эдуард Латиповҡа  призерҙар исемлегенә эләгер өсөн саҡ ҡына ваҡыт етмәне.  

Ул спринт ярышында ике атыу рубежын да уңышлы үтеп, лидерҙар рәтенә һыйынды, әммә һуңғы мәлдә уны Франция спортсыһы уҙып китеп, һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ дүртенсе булып ҡалды. Йәл, әлбиттә... Команда лидеры булып йөрөгән Александр Логинов 13-сө булһа, Александр Поварницын – 28-се, Кәрим Халили – 33-сө, ярыш дебютанты Василий Томшин – 39-сы ваҡыт менән финишҡа килде.

Фото: ТАСС. 

Ағас «миҙал» булғас, «баҡыр»ына ла күп ҡалмағандыр...
Ағас «миҙал» булғас, «баҡыр»ына ла күп ҡалмағандыр...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: